Все новости
Тирә-яҡ мөхит
25 Июля , 07:59

Парк тиҙерәк төҙөлөп бөтһөн

Балаларыбыҙ шунда рәхәтләнеп ял итерҙәр, тип өмөтләнәбеҙ,

Парк тиҙерәк төҙөлөп бөтһөн
Парк тиҙерәк төҙөлөп бөтһөн

Башҡортостанда 2024 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 1,174 миллиард һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерергә планлаштыралар. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров йыл башында уҡ төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр иткәйне.
– Был парктарҙы төҙөкләндерә башлар алдынан, халыҡҡа унда нимә эшләргә ниәтләүебеҙҙе, ниндәй үҙгәрештәр буласағын аңлатыр кәрәк, уларҙың фекерен дә ишетергә кәрәк. Был эште атҡарып сығыуға аҡса бүленгән, эшләргә өйрәндек, шул рәттән кешеләр менән дә аралашып, уларҙың фекерен дә иҫәпкә алыу мөһим - тине Радий Хәбиров.
Был программанан күмертауҙар ҙа ситтә ҡалманы. Күмертауҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса башланған эштәр дауам итә. Ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Михаил Зеленин һөйләүенсә, РСК «Ремкапиталстрой» ЯСЙ подрядсыһы менән 15,7 миллион һумға контракт төҙөлгән. Быйыл ике объектты – Комсомол урамындағы әүҙем ял паркын һәм Дубки менән Пятки биҫтәләре араһындағы территорияла – «Лукоморье» тип аталған парк төҙөкләндерәсәктәр.
«Лукоморье» паркы, ул ике биҫтәне Дубки һәм Пяткины тоташтырасаҡ. Был майҙансыҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн әүҙем ял итеү урыны буласаҡ, шулай уҡ, Өфө – Ырымбур трассаһы буйлап үтеп йөрөүселәр өсөн йәлеп итеү урыны ла булырға тейеш, улар бында туҡтап, бер аҙ ял итә алырҙар, тип планлаштырыла. Проектта спорт ҡоромалары, балалар өсөн аттракциондар, бәләкәй архитектура формалары, яҡтыртыу бағаналаы һәм ҙур парковка ҡаралған.
- Беҙ Дубки ҡасабаһына яҡынса бер йыл элек күстек. Өй эҙләгәндә балаларыбыҙға ял итергә урын юҡ, ҡаланан йыраҡ, тип хафаланған инек, ошо "Лукоморье" паркын төҙөүҙәрен ишеткәс ҡыуандыҡ. Ҡасабала йәшәүселәр был парктың проекты инде күптән ҡаралыуы, пакр күптән төҙөлөргә тейеш булыуын, инде уның булырына өмөттәрен дә өҙөүҙәрен әйтеп хафаландырған да ине. Быйыл бына Аллаға шөкөр, ҡалабыҙҙың яңы башлығы килеү менән эштәр йәнә урынынан ҡуҙғалды, төҙөлөш эштәре гөрләүен күреп күңел йыуана. Башлығыбыҙ Радий Хәбировҡа ошондай ғаиләләрҙе, балаларҙы күҙ уңында тотҡан шәп проектарҙы тағы күберәк булдырыуын, теләп ҡалабыҙ. Парк тиҙерәк төҙөлөп бөтөп, балаларыбыҙ шунда рәхәтләнеп ял итерҙәр, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Дубки ҡасабаһында йәшәүсе Динара Әҙеһәмова.

Автор:
Читайте нас: