Күмертауҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса былтыр Тыныслыҡ майҙаны төҙөкләндерелде, яңыртылған биләмәлә «ҡоро» фонтан ойошторолдо, ҡала халҡының ялы өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа килде. Ҡала үҙәге Советтар майҙаны ла үҙгәрҙе: яңы плиткалар һалынды, фонтан ҡоролдо, төп майҙанда торған вертолет яңыртылды. Мөхитте йәшелләндереү ҙә ситтә ҡалманы: сәскәләр, ағастар, газон үләне ултыртылды.
- Тыныслыҡ майҙанында эшләнгән үҙгәрештәр беҙгә бигерәк тә оҡшай. Бигерәк тә балалар йәйен, хәҙер шул майҙансыҡҡа барабыҙ, тиҙәр ҙә торалар, эҫе көндәрҙә фонтан тирәләй уйнап мәж киләләр. Ҡалабыҙҙың күҙгә күренеп төҙөкләнеүе ҡыуандыра, балаларҙың да ололарҙың да фекерен иҫәпкә алып, улар өсөн уңайлы мөхит булдырыусыларға, ошо программаларҙы уйлап сығарған республикабыҙ башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ, - ти Тыныслыҡ урамында йәшәүсе Гөлназ Йыһаншина.
Глава республики Башкортостан:
- За последние пять лет по этой программе в регионе благоустроили около 700 объектов. На это ушло 7 млрд рублей из федерального и республиканского бюджетов.