Территорияны төҙөкләндереүҙә Күмертау учреждениелары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Ағастарҙы ҡырҡыу, үлән сабыу һәм сүп-сар йыйыу эштәре башҡарылды.
Территорияны төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам ителәсәк. Өмә – төрлө быуын вәкилдәрен, халыҡты берләштергән изге йола.
Республика башлығы Радий Хәбиров: "Ҡалаларыбыҙҙы таҙа тотоу, күркәмләндереү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Һуңғы биш йылда ҡалаларҙы таҙартыу өсөн бик күп техника һатып алдыҡ. Быға тиклем беҙҙә бындай техника булманы. Проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Әммә иң мөһиме — беҙ алға барабыҙ. Һәм минеңсә, беҙ барыһын да башҡарып сыға алабыҙ".
Инна СУББОТИНА:
- Паркты таҙартырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Бик күп эш башҡарылып, ял итә торған ер матурланып ҡалды. Киләсәктә лә эштәребеҙ берҙәм булһын.