Все новости
Тирә-яҡ мөхит
17 Августа , 09:08

Өҫтәмә техника кәрәк

Үткән аҙнала ҡалабыҙға эш сәфәре менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Ринат улы Хәйҙәров килде. 

Өҫтәмә техника кәрәк
Өҫтәмә техника кәрәк

Ул Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм инфраструктураһы буйынса урынбаҫары Михаил Зеленин менән Ленин урамы 16-сы йортта йәшәүселәр менән осрашыуға барҙы. Йыйылған халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.
Артабан «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты объекттарында һәм башҡорт ихатаһында булды, төҙөлөш майҙансыҡтарында эш барышын ҡараны.
"Коллегалар менән тейешле ҡарарҙар ҡабул иттек. Министр бөтә планлаштырылған эштәрҙе һөҙөмтәле һәм сифатлы башҡарыу өсөн өҫтәмә техника йәлеп итеү кәрәклеге тураһында йөкләмә бирҙе", - ти Михаил Алексеевич.
Гөлназ ДЕМЕНТЬЕВА


Республика башлығы Р.Хәбиров:
- Дөйөм алғанда барыбыҙ ҙа ремонт, төҙөкләндереү йүнәлешендә эшләргә өйрәндек. Ихаталар, подъездар ҙа тиҙ арала төҙөкләндерелә, халыҡ менән дә һөйләшеп эш ителә. Барыһы ла сәғәт кеүек эшләй.

Автор:
Читайте нас: