«Рассвет» мәҙәниәт йортона терәлеп ятҡан территория һәм ҡала быуаһы территорияһы төҙөкләндереләсәк, улар өсөн ҡала халҡының күпселеге тауыш бирҙе. Беҙҙә "иҫке" быуаның торошона битараф кеше юҡтыр, сөнки һәр кемдең ҡаланың төп һыу ятҡылығы менән бәйле йылы хәтирәләре бар, беҙ был урынды яратабыҙ. Өҫтәүенә Күмертауҙа берҙән-бер рәсми пляж, унда даими рәүештә һыу тикшерелә, ҡотҡарыусылар дежур итә. Ҡышҡыһын бында һыу инеү урыны йыһазландырыла. Яңы быуа үҙенең матур йөҙө, уңайлылыҡ кимәле һәм ҡыҙыҡлы күңел асыу инфраструктураһы менән беҙҙе ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ. Был майҙансыҡты быйыл быуала ҙур уңыш менән үткән рок-фестиваль кеүек рәсми булмаған саралар үткәреү өсөн файҙаланырға мөмкин. Киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ!
Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереү тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Был темаға республика етәкселеге айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бөтә төбәк буйынса парктар, скверҙар һәм йәмәғәт урындары үҙгәрә генә түгел, ҡайһы берҙәре яңы һулыш та ала. Күмертауҙа ла "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" республика программаһы тормошҡа ашырыла.
Быйыл ике объектты – Комсомол урамындағы әүҙем ял паркын һәм Дубки менән Пятки биҫтәләре араһындағы территорияла – «Лукоморье» тип аталған парк төҙөкләндереү планда тора ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Комсомол урамындағы паркта беренсе сираттағы объекттар төҙөкләндерелде – памп-трек һәм скейт-майҙансыҡ төҙөлдө. Уларҙы самокат һәм велосипедта йөрөүсе әүҙем йәштәр күптән үҙләштереп тә өлгөрҙө. Был парктты төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә – йәйәүлеләр өсөн юлдар, эскәмйәләр һәм ял итеү зонаһы төҙөлә. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн төрлө ҡоролмалар ҡуйыласаҡ һәм күркәм ял өсөн башҡа күп төрлө эштәр башҡарыласаҡ.
Был программа буйынса төҙөлгән икенсе объект – «Лукоморье» паркы, ул ике биҫтәне Дубки һәм Пяткины тоташтырасаҡ. Был майҙансыҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн әүҙем ял итеү урыны буласаҡ, шулай уҡ, Өфө – Ырымбур трассаһы буйлап үтеп йөрөүселәр өсөн йәлеп итеү урыны ла булырға тейеш, улар бында туҡтап, бер аҙ ял итә алырҙар, тип планлаштырыла. Проектта спорт ҡоромалары, балалар өсөн аттракциондар, бәләкәй архитектура формалары, яҡтыртыу бағаналаы һәм ҙур парковка ҡаралған.
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса былтыр Тыныслыҡ майҙаны төҙөкләндерелде, яңыртылған биләмәлә «ҡоро» фонтан ойошторолдо, ҡала халҡының ялы өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа килде. Ҡала үҙәге Советтар майҙаны ла үҙгәрҙе: яңы плиткалар һалынды, фонтан ҡоролдо, төп майҙанда торған вертолет яңартылды.
Был территория йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялау тамамланғандан һуң һуңғы ҡиәфәтен ала – эштәр 2023-2027 йылдарға "Коммуналь инфраструктураны модернизациялау" программаһы буйынса алып барыла.