Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
7 Ноябрь , 15:24

Заманса ҡиәфәт алды

Күмертауҙа «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә тимер юл вокзалы яны майҙанын үҙгәртеп ҡороу тамамланды. Бөгөн уны тантаналы асыу булды.

Заманса ҡиәфәт алды
Заманса ҡиәфәт алды

1951 йылдан ҡаланың «ҡапҡаһы» булған һәм уның үҫешендә төп роль уйнаған тарихи әһәмиәтле территория яңы ҡиәфәт алды һәм ҡалабыҙҙың йәмле бер мөйөшөнә әйләнде.
Хәҙер бында юлдарға һәм тротуарҙарға яңы асфальт түшәлеп, бордюрҙар, юл билдәләре һәм боллардтар ҡуйылған, газондар менән йәшел зоналар булдырылған, заманса эскәмйәләр, урналар, йыһазландырылған контейнер майҙансығы һәм яңы туҡталыш павильоны барлыҡҡа килгән. «Мин Күмертауҙы яратам» яҡтылыҡ композицияһы ла был урынды биҙәп тора.
Хәүефһеҙлеккә лә айырым иғтибар бирелгән. Территория тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тулыһынса яҡтыртыла, видеокүҙәтеү алып барыла. Шулай уҡ бында уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырылған һәм транспорт хәрәкәте оптималләштерелгән.
Тимер юл вокзалы – ул ҡалабыҙға килеүселәрҙең тәүге күргән урыны. Шуға ла уның матур булыуы бик мөһим. Хәҙер вокзал яны майҙаны транспорт үҙәге генә түгел, ә ял итеү, фотосессиялар һәм ҡаланың тарихи ҡиәфәте менән танышыу өсөн заманса йәмәғәт майҙаны булып тора.

Автор:
Читайте нас: