

Синоптиктар ямғыр яуасағын вәғәҙә итһәләр ҙә, беҙ иртәнге намаҙҙа Аллаһтан ялынып ярҙам һораныҡ та һис тә ҡурҡмай, доғалар уҡый-уҡый юлға сыҡтыҡ һәм сәғәт 3-кә тиклем рәхәтләнеп-кинәнеп эшләнек, әлхәмдүлилләһ! Ямғыр тик ҡайтыр алдынан ғына әҙ генә яуа башланы.
Ә Күмертауға етәрәк хайран ҡалдыҡ: бына исмаһам мөғжизә! Тура юлдан үтерлек тә түгел, шул тиклем ямғыр ныҡ яуған, батҡаҡ, сығырлыҡ та түгел, саҡ ҡайтып еттек өйгә! Был Аллаһтың ихлас ҡылған доғаларға яуап биреүенә асыҡ миҫал булып тора! Сөнки Ул беҙҙең изге эшкә китеп барыуыбыҙҙы хуплай һәм ямғыр түгел, болот та ебәрмәне бит әле, әлхәмдүлилләһ!
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.