Все новости
Туризм
15 Июля 2023, 13:30

Онотолмаҫлыҡ ялдар

- Күңелем булып ҡайтты, ата-әсәйҙәргә рәхмәт. 

Онотолмаҫлыҡ ялдар
Онотолмаҫлыҡ ялдар

Бигерәк тә Гөлфиә һәм Булат Есмухановтарға, Айгөл һәм Рифат Сәлиховтарға, Рәсил Искәндәровтарға ошо ялды ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн, минең менән берлектә балаларҙың күңелен күргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Балалар
менән хушлашыуы ғына ҡыйыныраҡ, улар яратҡан уҡыу йорттарын, мине, ошо ялды онотмаҫтар тигән уйҙамын, - тип тәҫьораттары менән бүлеште, был матур ялдан ҡәнәғәт ҡалған класс етәксебеҙ Фәнил Байбулатов.
Балалар ялға автобус менән барҙы, уны гимназиябыҙ директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатов бүлде, ошо тиклем эстәлекле, балаларҙың да, ололарҙың да иҫендә ҡалырлыҡ ялдар ойошторғаны өсөн гимназиябыҙға, уның директорына, класыбыҙҙың барлыҡ ата-әсәләре исеменән, ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: