Все новости
Туризм
24 Сентября 2023, 10:23

Кинйә еренә сәйәхәт

Кинйә Арыҫланов - ғорурлығыбыҙ һәм беҙҙең өсөн илһөйәрлек өлгөһө булған шәхес.

Кинйә еренә сәйәхәт
Кинйә еренә сәйәхәт

Ошондай сағыу, йөкмәткеле, күңелгә ятышлы сәфәр ойошторған гимназиябыҙ директоры Ш.А.Тимербулатовҡа, класс етәксебеҙ Ф.Р.Харрасоваға, ата - әсәләр комитеты рәйесе Г.Р. Яҡуповаға һәм автобус йөрөтөүсе ағайыбыҙ А.З. Сынбулатовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Тыуған еребеҙҙе ярат¬ырға, илһөйәр булып үҫергә өндәгән күренекле музейыбыҙ барыһының да күңелен арбап, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Кинйә Арыҫлановтың рухи ныҡлығына, даулап көрәшкән яугир булыуына, башҡорт халҡының арҙаҡлы геройы икәненә тағы ла бер ҡат инандыҡ. Сәйәхәттән алған тәьҫораттарыбыҙ, хәтирәләребеҙ һәр саҡ күңелдәребеҙҙә һаҡланыр..
Сара ҒӘБИТОВА, М.Ғ.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ -ның 6 б класы уҡыусыһы.

Сараның хаты тулы варианатта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: