Все новости
Туризм
2 Июля , 15:41

Түҙеп торорҙар

Байрам бында бөгөн үк башланған.

Түҙеп торорҙар
Түҙеп торорҙар
Рәсми асыу тантанаһы иртәгә булһа ла, эшкә алдан уҡ тотонғандар - ҡунаҡтарҙы әҙәмсә итеп ҡаршы алырға кәрәк. Был байрам бер нисә көнгә һуҙыласаҡ, мәртәбәһе ни тора: адаптив туризм буйынса республика ярыштары! Бөгөлсән ауылы янында, Ағиҙел ярында. 
Сара башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды, етешмәгәнен етештереп өлгөрөргә кәрәк. Инвестициялар көтөп торор (Тимур Иҙрисов бында), насар юлдары ла түҙеп торор (Руслан Әминев та бында), яңы мәғлүмәтте әлегә ишетмәй-күрмәй торһалар ҙа була (Шамил Зыятдинов та бында). Социалка? Ҡуйығыҙсәле. Әллә күпмегә түҙгәнде бер нисә көнгә түҙер - Данил Акилов та бында. 
Бутҡа һалып бирҙеләр. Сәй ҡойҙолар. Илмир Ғәббәсов аш-һыуға ныҡ оҫталыр, ул йөрөй ҡаҙан тирәһендә, был бутҡаға (ҡарабойҙай) өйҙә әйләнеп тә ҡарамабыҙ, ә әле телде йота яҙҙыҡ. 
Саранан репортаж киләһе һанда баҫыла.  
Автор:
Читайте нас: