Все новости
Туризм
30 Июля , 09:43

Йәшәү сифатын яҡшыртабыҙ

Башҡортостанда 2020 йылдың октяберенән алып республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килгән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы уңышлы бойомға ашырылып килә. 

Йәшәү сифатын яҡшыртабыҙ
Йәшәү сифатын яҡшыртабыҙ

Был программа өлкән быуын кешеләренең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уның ярҙамында пенсия йәшендәге республика халҡы тыуған төйәгенең матур һәм ғәжәйеп урындарын күрә ала.
Июль урталарында үткән турҙа ҡалабыҙҙың өлкән быуын сәйәхәтселәре өсөн яңы йүнәлеш асылды: уникаль архитектуралы «Суфия» мәсете, Торатау шиханы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи урындары.
Көн дауамында сәйәхәтселәргә гид Гөлназ Туймөхәмәтова ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе. Кантюковка ауылындағы «Суфия» мәсетенең барлыҡҡа килеү тарихы, кем хөрмәтенә аталған һәм ниндәй материалдан эшләнеүе хаҡында ентекле һөйләне. Сәйәхәт ҡылыусылар ерҙәге иң боронғо тауҙарҙың береһе булған Торатау һәм элекке каторга режимлы лагерь урынында булдылар. Стәрлетамаҡтың тарихи өлөшө буйлап йәйәүле экскурсия ваҡытында туристар XIX быуат мөхитенә сумғандай булды. Улар элекке Баҙар майҙаны, сауҙагәр Кузнецовтың йорто һәм XX быуаттың барлыҡ ваҡиғаларын кисергән Патрикеев, Баязитов, Усманов сауҙагәрҙәренең йорттарына ла барҙылар.
Матур ял итеп, күп тәьҫораттар менән ҡайтты беҙҙең өлкән быуын сәйәхәтселәре.
Елена ИВАНОВА, Күмертау ҡалаһы:
- Бындай ҡыҙыҡлы сәйәхәт өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Билдәле Торатауҙы күреү хыялым тормошҡа ашты. Кантюковка ауылында үҙенең матурлығы менән һоҡландырырлыҡ "Суфия" мәсетен дә ҡараныҡ. Стәрлетамаҡ буйлап мауыҡтырғыс экскурсия үткәрелде. Һөйкөмлө гид Гөлназ беҙҙе Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Ошондай матур ял ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт!
Зифа ТАТЛЫБАЕВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас: