Ошо көндәрҙә районыбыҙ Советы ветерандары активистары Торатауға барып ҡайтҡандар. Иҫтәлеккә фотоларға төшөп, ошо хозурлыҡты үҙҙәренең күңелдәренә тултырғандар.
- Районыбыҙҙың Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Стәрлетамаҡта үткән сараға барғайны. Унда ҡатнашып сыҡҡас, әйҙәгеҙ Торатауға барып етәйек, тип барыһын да алып киттем. Унда ашау, экскурсия ойошторҙоҡ. Тау башына менеү генә үҙе ни тора! Торатау башынан тирә-яҡ матурлығына ҡарап һоҡландыҡ. Иҫ китмәле күренеш! Быны үҙең барып ҡарау, үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк. Оло йәштәгеләр бер ҡайҙа ла йөрөмәйҙәр бит, был сәйәхәттән барыһы ла көс, дәрт алып ҡайттылар. Хәлдәре бөтөңкөрәһәләр ҙә барыһын ала ныҡ оҡшаны, алып барғаным өсөн рәхмәттәр әйттеләр. Үҙе бер мәл бит ул. Барыһының да хәтерҙәрендә йылы иҫтәлек булып ҡалыр. Ҡайтҡанда рәхәтләнеп йырлашып, күңел асып ҡайттыҡ, - ти Көйөргәҙе районы Советы ветерандары рәйесе Фәнир Малбаев.
Айгөл ХАЛИҠОВА
- Пенсияға сыҡҡанда ла өлкән быуын вәкилдәренең әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ уларға ҡыҙыҡлы һәм уникаль республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ, - тигәйне төбәк Башлығы.