Башҡортостанда тыныс тигеҙлек һәм дауыллы тау йылғалары күп. Ярҙары бик матур, шуға күрә республикала һыу туризмы күптән ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа республика халҡы үҙебеҙҙә ял итеүҙе һайлай. Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә хәҙер. 2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1,6 миллиарды – дәүләт ярҙамы, ә 2,3 миллиарды – инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы.
Сөмбөл ЮМАКАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Спорт менән шөғөлләнергә яратам, туризмды үҙ итәм. Күптән түгел коллектив менән республикабыҙҙың профсоюзы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған "Дуҫлыҡ - 2024" медицина хеҙмәткәрҙәренең туристик слеты үтте. Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Ҡандракүл янында үткән матур спорт сараһында коллектив менән ҡатнашып ҡайттыҡ. Ағиҙел йылғаһы булап ағыу минең күптәнге хыялым, тик йыл һайын ниндәйҙер мәшәҡәттәр менән йәй үтеп китә ине. Быйыл иптәшем миңә сюрприз яһаны. Бөрйән районына йылға буйлап ағып төшөү турына алып барҙы. Бында туристар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, хатта Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем асфальт юл һалынған. Тәбиғәт ҡосағында матур ял итеп, көс йыйып ҡайттыҡ.
Радий Хәбиров республикала эш башлағас та, Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәл киҫкен, тип билдәләне. Ул проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләй. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһы булдырырға ҡарар ителде.