Беҙ класыбыҙ менән бик шәп, эстәлекле, ҡыҙыҡлы, йыраҡ сәйәхәттә булып ҡайттыҡ. Өс көн дауамында күрше республикабыҙҙа урынлашҡан Ҡазан ҡалаһының барлыҡ иҫтәлекле, һоҡланырлыҡ урындарын гиҙҙек.
Тәүге көндә беҙ Татарстан республикаһының баш ҡалаһы Ҡазан менән таныштыҡ, уның барлыҡ иҫтәлекле ерҙәрен йөрөп сыҡтыҡ. Икенсе көнө беҙ Иннополис тип аталған яңы, заманса ҡаласыҡҡа барҙыҡ. Был ҡала бигерәк тә шаҡ ҡатырҙы беҙҙе. Тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырылған ҡаласыҡтың үҙәгендә IT-технологиялар университеты урынлашҡан. Унда йәштәр үҙ проекттарын эшләргә өйрәнә, төрлө башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн ҙур партнерҙар таба ала. Робот йөрөткән «Яндекс» пилотһыҙ таксиһын күреп иҫем китте.
Иҙел ЙЫҺАНШИН, РПЛИ-ның 8 "А" класы уҡыусыһы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.