Все новости

Урап үтмәгеҙ

Ҙур, данлы музейҙарҙа күптән булған юҡ. 

Урап үтмәгеҙ
Урап үтмәгеҙ
Үҙебеҙҙекен бик һанға һуғып та бармаған кеүекбеҙ - беҙҙәге генә нимә инде, йәнәһе. Бөгөн район тыуған яҡты өйрәнеү музейына инеп сыҡҡандан һуң фекерҙәр үҙгәрҙе - ҡайһы бер данлылары ары торһон, беҙҙекенең береһенән дә кәм ере юҡ икән дә. 
- Аҙаҡҡы айҙа ғына музейыбыҙ 500 экспонатҡа байыны. Беҙҙә бит нимә генә юҡ - бына әле 80-90 йылдарға бағышланған мөйөш булдырҙыҡ, видеомагнитофон, диафильм, катушкалы магнитофондар бар. Балалар килһә, иҫтәре китә, беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең йәшлектәре ана ҡалай үткән икән. Экспонаттарҙы ҡайҙан табам? Кешеләргә өндәшәм: ҡыҙыҡлы, тарихи әһәмиәтле әйберегеҙ бар икән, ташламағыҙ, алып килегеҙ. Яңыраҡ Фәнир Малбаев магнитофон, ә Минияр Хәйбуллин ат ҡамыты алып килде. Шунан Ермолаеволағы черметҡа барып киләм, унда ла күп нәмә табырға була. Бынауы кәрәсин шәмен шунан һатып алдым. Нимәһе бошондора - ябай халыҡ, уҡыусылар беҙҙән өҙөлмәй, ә ҙур түрәләр урап үтә. Районға аяҡ баҫҡаны иң тәү сиратта беҙгә инергә тейеш һымаҡ (район менән танышыу), хакимиәттән ике генә метр алыҫлыҡта ултырабыҙ, йәл, уларҙың быға ваҡыттары етмәй, - тип фекерҙәре менән бүлеште музей директоры Анна Глущенко. 
...Ваҡытты бик һуҙмай, йәнә инергә кәрәк әле музейға - тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы экспонат килеп ултырыр икән? 
Автор:
Читайте нас: