Бөтә яңылыҡтар

Егәрленең ҡулы ете

Был техниканы күргәс, уның хужаһын маҡтап, оҫталығы тураһында әллә нисә мәҡәл-әйтем әйтергә була.

Ялсыҡай ауылында бына ошолай итеп, ябай ғына матайҙы, ана ҡалай хужалыҡ эштәренә яраҡлаштырғандар!  Атты ашатырға кәрәк, эсерергә, көтөргә (уныһы Ялсыҡайҙа, етмәһә, гел юғала ла ҡуя), ә был Ҡытай техникаһы әрһеҙ, бензинды күп һорамай, ҙур түгел, үҙе көслө – арба таҡ та елдер. Арбаны, ҡарағыҙ, әйтерһең, ошо матай менән бергә заводта сығарғандар, килешеп кенә тора үҙенә. Афарин, Ялсыҡай ире, ҡулдарыңдан һөйөнөп, оҙаҡ йылдар бәрәкәттә йәшәргә яҙһын.

Автор:
Читайте нас