Яңы Ямаш, Знаменка, Яңы Отрада ауылдарына. Донъяла булмаған хәлдер, бер көндә бер юлы өс ауылға газ инде. Был ауылдар халҡы газды нисә йыл көттө икән, ямаштар ун йыл ти, әтрәттәр өс тигән була, ысынында, газ ауылдарға инә башлау мәленән алып көттө улар һәм бына бөгөн, биргәненә шөкөр, ауылға газ инде.
- Ниңә һаман башламайҙар ул, сәғәте етте лә...
- Көтөп тор, башлыҡ килеп етмәгән.
- Бында ла ул.
- Юҡсы, Урал Дамирович әлегә юҡ.
- Лира Рафаиловна бында ла баһа....
Ҡунаҡтар апаруҡ ҡына булды. Телмәр тотоусылар ҙа байтаҡ. Бер береһен маҡташтылар (Ван Ванич, әл дә һин булдың, рәхмәт) , грамоталар бирештеләр.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.