Все новости
Йәмғиәт
26 Января 2023, 08:56

Дан таратыу

Радионы тоҡандырһаң да ул, телевизорҙы ҡабыҙһаң да  - ул. 

Дан таратыу
Дан таратыу
Етешмәгән ере юҡ. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов. Бына бөгөн, иртән тороп, донъяла ниндәй хәлдәр бар икән тип, телевизор төймәһенә баҫыуыбыҙ булды..... Ул тора (ултыра). 
Райондың данын шулай тарата, мөмкин тиклем күберәк белһендәр беҙҙең турала (үҙе тураһында ла, әлбиттә) тип йөрөүе. Заманы шулай: ни тиклем күберәк һөйләйҙәр, шул тиклем күберәк беләләр. Юғиһә, ҡайһы бер яҡтарға барып, мин Көйөргәҙенән тип әйтеүең була, ә ул ҡайҙа ул, тип һораған кешеләр ҙә осрай. Хәҙер һорамаҫтар. Былай тиерҙәр: әәәә, теге радио менән телевидениела көнө-төнө һөйләнгән данлы яҡтармы? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: