Берәй ергә, ят кешегә, ҡунаҡҡа барғанда ла, ризыҡҡа үрелергә ҡыймай торғанда, әйтә инеләр: ашауҙың ояты юҡ, балам.
Бында ла балалар. Күмертауҙың К. Маркс урамында "Шаурма" киоскаһы асылды, беренесе көн барыһына ла бушлай таратабыҙ ашамлыҡты тип алдан уҡ ҡысҡырҙылар. Һәм бына, көнө буйы ошо лавка алдында тығылыш. Кемдер һүгә башланы: 2023 йылдағы аслыҡ, йәнәһе. Ашамағанығыҙ шаурмамы, нимә тип, үҙегеҙҙе үҙегеҙ кәмһетеп, тораһығыҙ? Икенселәре яҡлашты: торһа ни? Шулай әрһеҙ булып үҫһендәр. Күбеһенсә сиратта балалар торғанына һуҡтырҙылар.
Беҙ ҙә шулай тибеҙ: ашауҙың ояты юҡ, балалар, тороғоҙ.