Йәмғиәт
16 Апрель 2023, 04:27

Бер кемгә лә әйтмәйбеҙ

Был тауыш биреүҙе ҡуйғас, кемдер беҙҙе алйот тине.

Бер кемгә лә әйтмәйбеҙБер кемгә лә әйтмәйбеҙ
Бер кемгә лә әйтмәйбеҙ
Йәнәһе, юҡ менән булып, ҡысымаған ерегеҙҙе тырнап ултыраһығыҙ. 
Нисек инде, ике башлыҡты бер рәткә ҡуйып, баһалап була? Һәр кем индивидуаль, кире яғы була, ыңғайы...
Берҙән, бындай тауыш биреүҙе яңыраҡ ҡына үткәрҙеләр (Башҡортостан муниципалитеттарының барлыҡ башлыҡтарын бер сафҡа теҙеп), икенсенән... Ә бының ниндәй насарлығы бар? Әлбиттә, һәр кем үҙенсә баһалай, беренсе сиратта юлдар буйынса (үҙе барып текәлгәнен тоя-һиҙә),  икенсеһе эш урындары бармы-юҡмы икәненә, эш хаҡтарына, социаль өлкәгә иғтибар итер, инвестициялар менән хәлдәр нисек әле тиер. 
Кисәге бер баһа: 
Ҡайһы башлыҡ башлырак тауыш биреүен ойошторғанһығыҙ икән.
Үҙенсәлекле. Улар (башлыҡтар) һеҙгә рәхмәт әйтергә тейеш. Һеҙ бит уларҙы рекламируете. Бындай реклама самый эффективный. Еңеү мөһим түгел. Кеше һөйләй, уларҙы танып беләсәк.
 
Тағы ла бер нәмә: кем кем өсөн тауыш биргәнен беҙ күрмәйбеҙ, күрһәк тә, бер кемгә лә әйтмәҫбеҙ. 
Автор:
Читайте нас