Йәмғиәт
21 Апрель 2023, 07:20

Ҡайтыу

Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылына аҡҡоштар ҡайтты.

ҠайтыуҠайтыу
Ҡайтыу

- Тағы ла ҡайттығыҙмы? Нисек итеп, тап бына ошо күлде, әллә ҡайҙа, төпкөлдә, ятҡан ауыл күлен таба алаһығыҙ ул? Йыл да, яҙ етеү менән, нисәмә мең саҡырымдар үтеп, ошонда кире ҡайтаһығыҙ. Йә, һаумыһығыҙ, аҡҡоштар. Беҙме? Беҙ шул көйө, тик саҡ ҡына үҙгәрештәр ҙә бар. Ялсыҡайҙан өс, күрше, ана ғына күренеп торған Лена ауылынан ике егетебеҙ фронтта йөрөй. Уларҙы тап итмәнегеҙме? Хәйер... ундай ерҙәрҙе урап-урап үткәнһегеҙҙер. Һеҙ - тыныслыҡ ҡоштары. Шуға ла тап Ялсыҡай ауылы күленә ҡайтаһығыҙ ҙа, тыныс, атыш тауыштары ишетелмәгән ергә. Ауылдарҙа тыныс та, йөрәктәр генә урынында түгел.
Беҙҙең күңелдәргә генә, бына тик, кем тыныслыҡ алып ҡайтыр икән?

Автор:
Читайте нас