

- Староста булып 10 йылға яҡын эшләйем. Был эштең ығай яҡтары етәрлек, кеше араһында йөрөү үҙе ҙур бәхет. Хаҡлы ялда өйҙә нимә эшләргә белмәй тик ултырғансы, халыҡ араһында, ауылдаштарым менән аралашып йөрөйөм. Ауылыбыҙҙың нисек йәшәүен, нимә менән тын алғанын, барыһын да белеп торам. Ҡулымдан килгәнсе төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышам, һәр хәлдә юғары ултырғандарға еткереп торам. Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовтан уңдыҡ, уның менән әйтешеп алған мәлдәр ҙә булып ала, шулай ҙа ул үпкәләмәй...
Материал тулы вариантта гәзиттә баҫылды.