

Билдәле булыуынса, быйылғы Һабантуй Бахмут биләмәһендә түгел, ә 2-се Кинйә ауылы урынында үтә. Был Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығы менән бәйле тип аңлата ойоштороусылар. Әммә был хәлгә бөтәһе лә риза түгел, анау сама ергә, бигерәк тә алама юл буйлап машина ҡыуыу, тирмәләр алып барыу һәм башҡа кәрәк-яраҡты ташыу бик ауырға һәм ҡыйбатҡа төшәсәк тиҙәр. Әммә был ризаһыҙлыҡҡа Юлай Талха улы былай тине: “Әлбиттә, аңлайым һеҙҙең ризаһыҙлыҡты, әммә таяҡтың ике осо бар, мәҫәлән таймаҫтар, свободалар, зәктәр Һабантуйҙың был ерҙә үткәненә ныҡ шатлана, уларға яҡын буласаҡ”.
Был турала тулыраҡ киләһе һанда баҫыласаҡ.