

Ниндәй генә хәлдә булһа ла, икенсе кешегә булһынмы, уртаҡ ауылға булһынмы - уйлап тормай ярҙамға ашыға. Быйылғы яҙ ауыл халҡы өсөн һынау менән килде - тик торғандан өп-өр яңы мәсет янып китте, халыҡ эшкә дәррәү күтәрелде, хатта ситтә йәшәгән яҡуттар ҙа.
Күмәк эштәр өсөн, старостабыҙ Ҡәҙерғолов Ринат Закир улы, ваҡытын йәлләмәй, халыҡты, үҙ өлгөһөндә, эшкә әйҙәп йөрөнө.
Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, көн һайын ярҙамға килгән ауылдаштарыбыҙҙы ла, яҙып үтеү мотлаҡ:
- Ялсыҡаев Марат Мөхәрәм улы;
- Ҡунаҡбаев Нәил абзый;
- Бикбулатов Радик;
- Хоҙайбирҙин Мирас тигән егеттәребеҙ.
Барлыҡ халыҡтан йыйналған аҡса ла 845 387 һум тәшкил итте. Ялсыҡаев Мөхтәр Мөхәрәм улы ярҙам итеп 140 000 мең һум аҡса күсерҙе, ул аҡсаға тәҙрә рамдары алынды. Байгильдин Дамир Таһир улы брустар (ағас) алыр өсөн тип 140 000 мең һум аҡса бүлде.
Башҡа материалдар халыҡ аҡсаһына алынып, әлеге ваҡытта 50 000 мең һум тирәһе тороп ҡалды .
Ташлама менән төҙөлөш материалдары һатҡан магазиндарға, пилорама етәксеһе - Мөхәмәтйәнов Венерға, ташлама менән һатҡандары өсөн, ҙур рәхмәт тип әйтә Исламгулов Фәнил Ильдар улы .
Әлеге ваҡытта мәсет өсөн газ, яҡтылыҡ үткәреү, айырым йыуыныу бүлмәһе булдырыу планлаштырыла - быларҙың барыһы ла аҡсаға бәйле.
Ауылдаштар! Ситтә йәшәгән яҡуттар, был хәлғә батираф булмаған мосолман халҡы! Тағын һеҙгә өндәшәбеҙ! Ил төкөрһә - күл була, меңәрләп булмаһа, йөҙәрләп булһа ла, тағын бер ынтылып ярҙам ҡулы һуҙайыҡ . Ебәргән аҡсаларығыҙ ышаныслы кешеләребеҙҙә, бөгөн яҙырға ине тигәс, чекларын тотоп килеп инделәр хатта.
По многочисленным просьбам! На сборы по ремонту мечети с Якутово! Дополнительно открыли карту на имя Исламгулова Фаниля Ильдаровича по номеру тел 89279278191 Сбербанк.
Яңылыҡтар, мөрәжәғәт менән, фотолар менән - Яҡуттың үҙ хәбәрсеһе - Роза Әбйәлилова.