Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 11:20

Зәк-Ишмәт егеттәренән сәләм!

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр”ҙар! 

Зәк-Ишмәт егеттәренән сәләм!Зәк-Ишмәт егеттәренән сәләм!
Зәк-Ишмәт егеттәренән сәләм!

Беҙ - махсус хәрби операцияла үҙ бурысыбыҙҙы үтәүсе егеттәр. Һеҙҙең аша районыбыҙға һәм дә тыуған ауылыбыҙ Зәк-Ишмәткә ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткерергә булдыҡ.
Беҙ бер ауылдан бишәүбеҙ. Зәк-Ишмәт егеттәре! Бер-беребеҙгә терәк булып йөрөйбөҙ. Бөтәгеҙҙе лә ныҡ һағындыҡ. 
Ярҙам ебәреп торған ауылдаштарыбыҙға, районыбыҙ халҡына рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшәбеҙ, ә һеҙҙең ышанысығыҙ беҙгә көс бирә. Алла бирһә, иҫән-һау ҡайтырбыҙ тыуған еребеҙгә тип ышанабыҙ!
Ҡайнар сәләмдәр менән Илдар, Рәмис, Мөнир, Фәрғәт, Фәнис.

Фотола: зәктәрҙе оҙатҡан ваҡыт - үткән йылдың октябре. 

Автор:
Читайте нас