Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 04:36

Бала саҡҡа ҡайтыу

Таймаҫ балалары осрашыу үткәргән.

Бала саҡҡа ҡайтыуБала саҡҡа ҡайтыу
Бала саҡҡа ҡайтыу

Яңы Таймаҫ мәктәбен (хәҙер ул Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия) бынан 20 йыл элек бөтөп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан балалар, юбилейыбыҙ тип, бергә осрашырға булған. Маңлайҙа аҙ-маҙ һырҙар, баштарында саҡ ҡына сал сәстәр барлыҡҡа килгән ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙы ниңә балалар тип яҙаһығыҙ? Таймаҫҡа килер алдынан улар ҙа шулай уйлаған булған (тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, балалар бар, өй һалдыҡ, ағас ултырттыҡ), әммә мәктәптәренә килеп инеүҙәре булған - кире бала-сағаға әйләнгән дә ҡуйғандар. Йөҙҙәрендә шатлыҡ, аҙ ғына һағыш та бар, туған төйәктәре, уҡытыусылары һағындырған...
- Бынау парта артында һин ултырҙыңмы әле?
- Эйе, һин арттан гел сәсемде тартҡылап ултыра торғайның....

Автор:
Читайте нас