Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2023, 15:39

Ярар, исмаһам, ҡағыҙҙа бар

Район башҡорттары ҡоролтайының һуңғы ултырышы 2020 йылда булған икән.

Ярар, исмаһам, ҡағыҙҙа бар
Ярар, исмаһам, ҡағыҙҙа бар

Атап әйткәндә, 23 июлдә. Шунан бирле ләм-мим, ойошманың йыйылғаны булманы, дөрөҫ, бер тапҡыр онлайн рәүешендә үтте йыйылыш, компьютер аша бер беребеҙгә текәлеп ултырҙыҡ, тик оҙаҡ түгел, теп теүәл 10 минут - бер кешегә райондың Почетлы гражданины исемен бирер өсөн ҡул күтәрергә кәрәк ине.
Ҡасан була йыйылыш, исмаһам, йылына бер ултырып, кәңәш-төңәш итеп алайыҡ тигән тәҡдимде ҡолаҡтар ишетмәне, күңелдәр ҡабул итмәне. Бер-беребеҙҙе күргән булмағас, икенсе бәләһе килеп сыҡты - был ҡоролтайҙа, ғөмүмән, кем тора ул? Уларҙы ла белгән юҡ. Списокты былтыр көҙ үк һораныҡ. Бына, килтерҙеләр. Ярар, һис юғы, ҡоролтайҙа кем торғанын күрҙек, юғиһә, бер-беребеҙ менән яңғылыш осрашҡанда, күрешһәк, бер ойошмала торғаныбыҙҙы ла белмәҫ инек. Һәр береһе күкрәгенә "Бына - мин" тип, миҙал тағып йөрөмәй ҙә...

Автор:
Читайте нас