Баҡсаларҙы боҙлауыҡ ҡырҙы, ҡырау һуҡты. Егетебеҙҙе ерләнек. Ерләнек тә үҙебеҙ ҙә, ҡырау һуҡҡан үҫемлектәй, һеңгәҙәп ҡалдыҡ, шиңдек.
Бәндә ҡылығы менән шулай: нимә генә булмаһын, ниндәй генә ғәрәсәттәр кисермәһен, барыбер яҡшыға өмөтләнә, ышана. Бына-бына барыһы ла үтеп китер, яҡты көндәр килеп етер һымаҡ. Былтырҙан бирле ошо хаҡта айырыуса күп уйланабыҙ. Көтәбеҙ.
...Күмертауҙың Пушкин урамындағы бордюрға "Барыһы ла яҡшы буласаҡ" тип яҙып киткәндәр. Беҙҙең һымаҡ, тәҡәттәре ҡороһа ла, яҡшыға өмөтөн һүндермәгән берәй бисара яҙҙымы икән?