

Яңы Ямаш ауылының зыяратын кәртәләгәндәр.
- Беҙҙең ауыл зыяраты кәртәһеҙ торғаны юҡ. 2012 йылда ағас рәшәткәләр менән кәртәләгән инек, был юлы тимер менән кәртәләргә булдыҡ. Был эштә иң әүҙеме ауылыбыҙҙың старостаһы Рәфис Хәлитов булды, ул мәңгелек йортто тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәреп сыҡты, халыҡтан аҡса йыйҙы һәм эште башынан аҙағына тиклем алып барҙы. Керәүле-Илюшкин ауылынан Владимир Акимов, Яңы Ямаш ауылынан Альберт Рәхимов иретеп-йәбештереүҙә ҙур ярҙам күрһәтте . Яңы Ямаш ҡыҙҙары барыһы ла дәррәү эшкә тотондо, улар үҙ-ара бүлешеп тимерҙәрҙе ике яҡтан буянылар. Был изге эшкә аҡса йыйғанда мин ситтә ҡалманым 4000 һум бирҙем, күберәк биргән кешеләр булды тинеләр. Бирмәгәндәре лә араһында бар, нимә эшләйһең инде, бөтә кеше лә бер төрлө түгел. Керәүле Илюшкин ауылы биләмәһе башлығы Игорь Ворошилов 150 мең һум аҡсаһын сығарып һалды, башлыҡтан беҙ уңдыҡ...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.