Яҡшымбәт ауылының Аҡ мәсете анауында тип, төрлө ерҙә күрһәткестәр тора. Аҙашып, икенсе яҡҡа бер нисек тә китеп барып булмай. Боронғо, данлыҡлы мәсет ул, тиҙҙән бында елле ремонт булыр, реконструкция үтер тип өмөт итәбеҙ. Өмөтөбөҙҙө ышанысҡа әйләндерерҙәй ваҡиға ла буласаҡ - 21 июлдә Аҡ мәсеткә Радий Хәбиров аяҡ баҫасаҡ. Мәсеттә ул улдары СВО-ла һәләк булған әсәләр менән осрашасаҡ...
Бер юлы Яҡшымбәт ауылына илткән юлды ла күрәсәк. Аҡ мәсет бына был яҡта ул тигән яҙыуҙар ҡуйғандар (кешене ылыҡтырыу өсөн), ә юлдары ҡалай алама икән тип уйлап (тарихи мәсетте бик күрергә теләгәне лә, бара торғас, кире боролоуы ихтимал: тарих - кәрәк фән, әммә машинам кәрәгерәк), бәлки, ярҙам да итер.