Йәмғиәт
11 Июль 2023, 11:24

Айран

Coca-Cola Рәсәйҙән былтыр уҡ китте.

АйранАйран
Айран

Уның урынына үҙебеҙҙекен эшләп сығара башланыҡ, исеме лә оҡшаш (CoolCola), тәме лә шул уҡ. Ете диңгеҙ аръяғынан килгән эсемлек шәп күренә, бая, эҫегә сыҙамай, шуны алып эскәйнек. Үкендек. Аҙ ғына ваҡыт үтеү менән, кире һыуһата башланы. Һыуһынды ҡандырмай икән был матур исемле эсемлек. Эх, ошонда үҙебеҙҙең айран булһа! Ул бөтөнләй икенселәй, эсеп ебәреү менән, ҡан тамырҙарына тарала, тәнде, рәхәт итеп, земберләтә башлай, магазиндағы һыуытҡыстарҙа ултырған ялтырауыҡлы һауыттағы эсемлектәр нимә генә уның алдында.  

...Бөгөн Ҡотлоюл ауылында айран эскәндәр.
Материал киләһе һанда баҫыла. 
Автор:
Читайте нас