Хәтәр музей төҙөп ҡуйҙылар унда, мәмерйәнең үҙенә инмәһәң дә, ошо музейҙы ҡарап булһа ла, әллә күпме тәьҫорат алырға була.
Райхманғоловтар инде, күпте күреп, күпте кисергән ғаилә булараҡ, мәмерйә ҡарайбыҙ тип кенә бармаған Бөрйәнгә. Уҡ атышырға барғандар.
"Шүлгән-фест" исемле бик елле байрам үтте бында. Был сара Шүлгәнташ мәмерйәһе музей-комплексына 1 йәш тулыуына арналған ине. Мәжлестең уртаһында уҡсылар булған. Ярышҡа Башҡортостан республикаһының төрлө район, ҡалаларынан 80-гә яҡын ҡатнашыусы килгән. Турнирҙың ҡағиҙәләре буйынса бөтәһе 6 этап: тереһыу, аждаһа, һыбайлы, тиҙ атыш, һөжүм һәм төрөк путаһы булған (бына һиңә, уҡты ҡайһы яҡтан тоталар икәнен дә белмәгән кеше өсөн был һүҙҙәрҙең күбеһе ят).
Еңмәгәндәр Рахманғоловтар. Урын алмағандар.
- Унда шундай астар (ас-туҡ мәғәнәһендә түгел), оҫта аталар, беҙ өйрәнсек кенә. Ысынында, еңәбеҙ тип барманыҡ, бик күңелле бит ялдарҙы ошолай үткәреүе, ғүмерлеккә ҡалыр хәтирәләр менән ҡайтабыҙ, күпме кеше, һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ гүзәл тәбиғәт менән аралашабыҙ... Был ялда Әбйәлилгә барабыҙ.
Икәүләшеп бергә, ҡулға алып,
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Бик күңелле итеп үткәрәләр
Рахманғоловтар ялдарын.