Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Ибраһимов менән әңгәмә аҙағында ошо һорауҙы бирҙек (тиҙҙән Көйөргәҙегә Р. Хәбиров килә).
- Тәү сиратта, юлдар тураһында әйтер инем. Беҙҙә бит нисек, юлдарҙан доға уҡымайынса йөрөп булмай. Районда иң алама юллы дүрт йүнәлеш бар: Яҡшымбәт, Абдул, Керәүле, Таймаҫ. Юлдар - иҡтисадты ла, демографияны да алға этәреүсе күрһәткес, юлдар юҡ икән, тормош та юҡ.
Ә һеҙ, республика башлығы менән яңғылыш осрашһағыҙ, ниндәй һорау бирер инегеҙ?
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫыла.