

- Юл - ул тормош, иҡтисад, йәшәйештең ҡан тамыры. Юлдар бит районыбыҙ халҡының проблемаһы ла. Күптәр, ҡыҙғанысҡа, доға ҡылып түгел, шайтан һөйөндөрөп, һүгенеп үтә шул! Район халҡының төп килеме әҙ-мәҙләп тотҡан малынан алған аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емеште Ермолаево, Күмертау халҡына һатыуҙан. Ошоно уйларға кәрәк инде. Мин дә юл һорауын бирер инем йөмһүриәт башлығына. Һәм тағы ла, башҡорт телен үҫтереү мәсьәләһе лә тора бит әле. Мәктәптәрҙә башҡорт телен, туған телде уҡытыу сәғәттәрен арттырырға кәрәктер. Тел бөтһә, ил бөтөр тиелә бит.