Йәмғиәт
23 Июль 2023, 04:30

Доғаһыҙ булмай

- Юл тигәндә, һеҙ Яҡшымбәт юлын күҙ уңында тотаһығыҙмы?

Доғаһыҙ булмайДоғаһыҙ булмай
Доғаһыҙ булмай

- Районыбыҙҙың бөтә юлдарына ла ҡағыласаҡбыҙ. Башлыҡ Яҡшымбәткә барһа, шул юлдың миҫалында иң бәләле Абдул, Керәүле, Таймаҫ юлдарын да әйтеп үтәсәкбеҙ. Барлыҡ юлдар буйынса ҡағыҙҙар әҙер, ҡайһы яҡҡа нисә километр асфальт кәрәклеген күрһәтәсәкбеҙ. Бер килгәнендә бөтә яҡҡа ла асфальт һорай алмауыбыҙ билдәле, шуға күрә, әлегә бер йүнәлештең булһа ла "боҙон" ҡуҙғалтһаҡ, шәп буласаҡ.
- Ниндәй заманда йәшәүебеҙ бер кем өсөн дә сер түгел, шунан сығып асфальтҡа өмөт бармы?
- Бар.
- Ошо дүрт йүнәлешкә лә?
- Башҡа райондар һала бит, ә ниңә беҙ һалмаҫҡа тейеш? Әлбиттә, ҡул ҡаушырып, күңел төшөрөп ултырырға була, тик беҙ ундайҙарҙан түгел. Булманы инде, тип ултырһаң, булмай.

- Ермолаево халҡының күптән ауыртҡан ере булып торған спиртзавод тураһында һүҙ буласаҡмы?..
Интервью тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас