

Таң атҡанда өйкөм-өйкөм ҡоштар
Ҡуҙғалғанда йылы яҡтарға,
Шул ҡоштарҙай, вагон-вагон булып,
Киттегеҙ һеҙ Илде һаҡларға.
Ҡасан ғына әле олатайҙар
Үткән юлдан һеҙ ҙә үтерһегеҙ.
Баш ҡалҡытҡан яһил Аждаһаның
Тетмәкәйен генә тетерһегеҙ.
Киткән ҡоштар, беләм, кире ҡайтыр,
Оя ҡорор табып үҙ парын.
Тик әлегә,Тәҡдир үҙе ҡушҡас,
Йәшәр ситтә, түгеп аһ-зарын.
Ҡайтырһығыҙ һеҙ ҙә, уландарым!
Ҡоштарҙан да алда ҡайтырһығыҙ!
Ҡояш ҡалҡып, йондоҙ һүнгән саҡта
Тыуған йорттоң ишеген шаҡырһығыҙ.
Был һуғыштың әсе һөрөм, саңы
Һеңгән булыр һеҙҙең кейемдәргә.
Юйылмаҫлыҡ булып һеңер йәнгә,
Һеңер рухҡа, һеңер күңелдәргә.
...Һуғыш туҡтар...Әммә оҙон-оҙаҡ
Яңғырар әле йәндә шаңдауҙары.
Кем юғалтҡан яуҙа яҡындарын
Юйылмаҫ шул мәңге аһы, зары.
..."Имен-аман ҡайтһын балаҡайҙар!"-
Намаҙлыҡта бөгөн инәйҙәрем.
Хаҡ Аллаһҡа барып етһен ине
Минең дә тим доғам, теләктәрем.
Миллионлаған әсә доға ҡыла.
Иҫән генә ҡайтһын балалары!
Юҡҡа сыҡһын һуғыш! Уның уты
Тоҡанмаһын Ерҙә бынан ары!