

Бер-беребеҙгә экран аша төбәлеп ултырҙыҡ - онлайн ғына булды был сара. Күптәрҙең йөҙөн күптән күргән юҡ ине (заманы шулайыраҡ китте), әле онотола башлаған күҙ ҡараштарын осратып, шатлыҡ кисерҙек.
Данил Акилов алып барҙы комитет ултырышын. Кем килгән-килмәгән, шуларҙы барлап сыҡты урынбаҫар (Таймаҫ менән Яҡшымбәт юҡ (саҡ ҡына һуңыраҡ ҡушылды), ҡалғандар урынында). Оҙаҡ тотмайым, ун биш минут бирһәгеҙ - етте, тип алдан уҡ тынысландырып, ҡыуандырып ҡуйҙы.
Өс йыл рәттән был конкурста призлы урындар алып килдек (беҙҙең һымаҡ шулай эсмәгән район бармы икән тағын донъяла?), Яҡут алды, Яҡшымбәт, инде бүтән бирмәҫтәр инде тиһәк, Кинйәабыҙ ҙа миллиондарҙы кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
- Айыҡ ауыл тигәс тә, был ауылда конкурстан һуң барыһы ла эсеүен ташлай ҙа ҡуя тигәнде аңлатмай. Бер кеше былтыр әйтте: эсеүен артабан да эсермен инде, әммә әҙәм араһында үҙемде һәйбәт тоторға тырышырмын, - тип фәлсәфәгә бирелде Акилов, - тимәк, бәйгене юҡҡа үткәрмәйбеҙ, халыҡты культуралы итәбеҙ. Быйыл конкурс срогы ике айға шыла. Йәштәр комитеты, культура, полиция, медицина - барыһы ла бер төптән егелеп эшләргә кәрәк. Концерттар, бейеү-йыр, былары, әлбиттә, булыр, лекциялар булыр (эсмәгеҙ, иптәштәр), бынан тыш сауҙа нөктәләрен тикшерербеҙ. Ауыл башлығы үҙе ныҡ әүҙем булырға тейеш, былтыр күрҙегеҙ, Фәнис Рахманғолов баннерын, кеше тыуһа ла, үлһә лә тигәндәй, күтәрҙе лә йөрөнө.
Килгәс-килгәс, был да нимәлер тип әйтһен инде тип, булмаған ҡоролтайҙың булған рәйесенә һүҙ бирҙе. Юлай Ишмөхәмәтов Яҡутты, Кинйәабыҙҙы маҡтаны. Артабан башҡа ауылдарға ауырыраҡ буласаҡ тип күрәҙәлек ҡылды.
- Еңәбеҙме, юҡмы, бөтөн район ауылдары максималь рәүештә ҡатнашырға тейеш, - Акилов, хәҙер үк тороп сығып китеп, фотоға төшөргә әҙер кешеләй, дәртләнде, ошо дәртен экран аша башҡаларға күсерергә тырышты,- приз фонды - 100 мең һум. Еңеүсе ауыл район масштабындағы конкурста 50 мең һум аласаҡ. Бынан тыш, әлбиттә, һарыҡ та була. Тығыҙ эшләгеҙ, иптәштәр, - тип өндәште урынбаҫар ауыл башлыҡтарына, - бына Лена Дим ҡыҙы бында ултыра,- Данил Зиннәт улы Л. Ғәббәсова яғына баш ҡаҡты, - ул координатор, ул нимәлер тип әйтһә, әмер бирһә, Юлай Ильясов әйткән, әмер биргән тип ҡабул итегеҙ, тыпырсыныуһыҙ үтәгеҙ, нимәгәлер төшөнмәһәгеҙ, уға өндәшегеҙ, аңлатыр.