Үҙенә күрә, юбилей! Үткәрергә кәрәк был байрамды, беҙ кемдән кәм, бер шаулап алыр инек, исмаһам. Быныһы Юлай Ильясовтың - район башлығының фекере, ҡалғандар ни уйлай икән тип, бөгөн, кисләтеп кенә, Ермолай етәкселәрен йыйған. "Етәкселәр" барыһы ла тиерлек башын баҫып ултырҙы, тураһын ярып әйтер ине лә... әллә ҡалай. Ауыл башлығы М. Букреева ғына, бик ҡысҡырмаҫҡа тырышып, үҙ фекерен әйтте, бурысым күп, ниндәй байрам ти ул, аҡса юҡ. Былай ҙа кеше әйтеп китә, ниндәй бөтмәҫ һабантуйҙар үткәрәһегеҙ ул, илдә егеттәр үлә.... Мине яҡлашмаҫмы икән тигәндәй, Юлай Талха улы Анатолий Разводовҡа баҡты...
...Йыйылыш башында ике депутатлыҡҡа кандидат да булды, улар меңдәрсә тапҡыр һөйләгән һүҙҙәрен бәйән итте - шунда тыуҙым, шунда үҫтем, уҡыным, эшләнем һәм бына алдығыҙҙа баҫып торам... Әмәлгә ҡалғандай, икеһенең дә буйы бәләкәй икән, трибуна артына үткәйнеләр, баштарының танауҙарынан өҫкө яғы ғына күренеп торҙо... Хәйер, эш буйҙамы ни?
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.