Оло ҡыуанысыбыҙ менән бүлешеп, һөйөнөслө хәбәр еткерергә теләйем: 12 августа иртәнге сәғәт 12-лә, тормош иптәшем Фәиз менән бергәләп, Көйөргәҙе районының Шәғәле Шаһман нәҫеленә инеүсе боронғо Түкән ауылы урынында ырыу ағасы – тирәк янында “Түкән – минең тыуған ерем” тип аталған ҙур һәм мәртәбәле йыйын үткәрҙек, Аллаһҡа шөкөр!
Эште Түкән ауылының иң оло ағинәйе, Холодный Ключ ауылында йәшәүсе Мәхмүзә апай Айсыуаҡованан башлап ебәрҙек, шунан икенсе көндө иң аҙаҡҡы булып донъяға килгән Радик Ҡөлмөхәмәтов, арҙаҡлы ауылдашыбыҙ Ишмөхәмәтов Мирхәким ағайҙың ҡыҙы Лена, Тимерйән һәм Зифа Ҡаҙаҡбаевтар һәм Свободала ҡарттар йортоноң етәксеһе булып эшләүсе Әҡсән Ҡаҙаҡбаевтар менән осраштыҡ...
Нурия ХӘЛИЛОВА
Хат тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.