Йәмғиәт
21 Август 2023, 08:11

Бығауҙар

Уны ҡапыл ғына үрләтер булдылар.

БығауҙарБығауҙар
Бығауҙар

Башҡа йүнле кешеһе булманы, кемдер түрәләр араһында яңғылыш бының тураһында берәй яҡшы һүҙ әйтеп ысҡындырҙымы, был кешене бәләкәй генә булһа ла начальник итеп тәғәйенләргә ҡарар ҡылынды. Ҡарар ҡылынды тигәс тә, бына һиңә, мырҙа, кресло, бар ултыр ҙа командовать итә башла тип әйтмәнеләр, тәүҙә, шул креслоға ныҡлап ултырыр алдынан, әллә күпме мәшәҡәте бар икән. Мәшәҡәт тигәне, иләк аша үтеү, Хөкүмәткә бараһың да бер нисә кабинет аша үтәһең, унда һине был бәндә начальник булырлыҡмы, юҡмы икәнен ҡарайҙар, хәс тә кейәүгә бара торған ҡыҙҙы самалаған ише инде. Был да ҡаралырға тип китте Өфөләргә. Тәүҙә ҡатыны менән өйҙә дыу килделәр: өҫкә нимә кейеп барырға? Мыңарсы ундай ҡайғы булманы, ҡулға нәмә эләгә элдең дә киттең, шунда более-менее таҙа булһа, йыртыҡ-мыртығы күренеп тормаһа булды. Ә әле арыу кешеләр янына бара, ҡояшта төҫө уңып бөткән күлдәк, үтек йөҙөн бик һирәк күргән, күп йыуылыуҙан магазиндан алған саҡта ниндәй төҫ икәнен бик ҙур ҡыйынлыҡ менән генә төҫмөрләрлек салбарың менән барып керһәң, какуй эшкә алыу, бар ҡайтып ферма тирәһендә генә йөрө инде тип әйтеүҙәре лә бар. Тиҙ генә бара һалып кредитҡа кәстүм-салбар алдылар, быныһы булғас, янына арыу күлдәге лә кәрәк, нәски, ҡулъяулыҡ та алдылар. Кеше алдында тирләгән битеңде ҡулың менән һыпырып ултырма штобы, кеҫәңә һалам бынау ҡулъялыҡты, онотма, тип ҡат-ҡат тызыны бисәһе. Ботинкаһы ла кредит иҫәбенә кереп китте. Уны һөртөү өсөн ҡатыны махсус сепрәк тыҡты кеҫәһенә, хәҙер ир кеше яңғылышып биттеке тигәнен ботинканыҡы менән бутамаһам ярар ине тип борсолдо. Ярар, кейем яғы хәл ителде, арыу әҙәм араһында кешенән тәмле еҫтәр ҙә сығып торорға тейеш. Ир кистән ныҡлап мунса төштө, быныһы ғына аҙ, бисәһе күрше иренә кереп тегенең туалет һыуын алып торҙо («берҙе генә һиптерәм”), күршеләр бай халыҡ, ярар, һаран түгелдәр, бирҙеләр хушбуйҙарын, нимәгә тип һорағайнылар, ҡунаҡҡа барабыҙ тинеләр, юҡһа, алдан әйтерһең дә, быныһы начальник булып үтмәҫ, кеше яман хәҙер, ғүмере буйы онотмай һөйләрҙәр («шыуышырға тип тыуғандар күктәрҙә оса алмай”). Иртә таңдан китте был Өфөгә, начальник итеп әлегә тәғәйенләмәһәләр ҙә, ваҡытлыса начальник бит был, персональ машина ла бар, шуға ултырып китте. Янында водитель. Машина семерка ғына булһа ла был әллә кем – элек колхоз председателенең генә шоферы була торғайны, ә бына әле ул китеп бара. Шулай күркәләнеп килә лә ҡапыл Хөкүмәткә китеп барғанын иҫкә төшөрһә, йөрәге өшөп китә: юҡ бар әйтеп ысҡындырып (бисәһе уны гел телең тик тормай тип әрләй), йәки нимәнелер дөрөҫ эшләмәй, кире бороп ҡайтарһалар?
...Хөкүмәт тигәндәре хәтәр икән, ябай халыҡҡа колхоз кантурына кергәндәй туп тура үтеп китеп булмай бында, әллә ниндәй ҡағыҙҙар алдырып бөттөрләр тәүҙә. Ишек төбөндә торған ҡарауылсыларға шуны күрһәткәс кенә үткәреп ебәрҙеләр. Начальник булырға тип килгән кешеләр байтаҡ икән, был бер үҙе түгел, шунда ҡасандыр бергә уҡыған иптәшен дә осратты, рәхәт булып китте, юғиһә, ят донъяға эләккәндәй йөрөп ята, ҡыйын ине. Өсәрләп-дүртәүләп керетәләр, бер нисә кабинетты үтеп сығыр кәрәк, унда кергәс өҫтәл артында ултырған ниндәйҙер түрә (кем икәнен, ниндәй вазифа биләгәнен эт белһен, улар бында ныҡ күп икән дә) һине тикшерә. Тикшерә тип, бәғзеһе һиңә күтәрелеп тә ҡарап тормай, алып ингән ҡағыҙыңа имзаһын ҡуя ла ебәрә. Икенсеһе ныҡлап төпсөшөргә керешеүе лә ихтимал. Бер кабинетҡа ингәс, өҫтәл артындағы олораҡ ҡына ағайҙың ҡаршыһына ултырҙы был, яңы салбарының тубығын йәмһеҙләмәйем, бөгөп ҡуймайым тип балаҡтарын өҫкәрәк күтәреп (бисәһе өйрәтеп ебәрҙе) теге түрәнең ҡаршыһындағы креслоға ултырҙы. Тик өйрәнгән ғәҙәте буйынса бер аяғын икенсеһенең өҫтөнә һалды, кресло арҡаһына ятты – әллә күпме йөрөйҙәр, арытҡан, бындағы атмосфера ла ныҡ ят уға, әллә ниндәй кешеләр, һауалы, эреләр, ауылын һағына башланы ла инде. Алдараҡ кереп сыҡҡан кабинеттарҙа былай булмағайны, тиҙ генә сығарҙы ла ебәрҙеләр, ә был ағай ниңәлер үтә ныҡ бәйләнә башлағандай тойолдо.
- Биографияң странный. Көтөүсе лә булғанһың, фермала ла эшләгәнһең. Нисек итеп ҡапыл үрләтергә булдылар?
- Әллә.
- Мәктәптә лә уҡытҡанһың, нимә уҡыттың? - был бәндәнең тауышы ла бер ҙә яғымлы түгел, әйтерһең, ҡасандыр уға этлек ҡылғандар ҙа хәҙер үс алып ултыра. Көтөүсе кеше нисек мәктәпкә эләккән тип аптыраны әллә.
- Музыка.
- Ҡурай тартаһыңмы?
- Юҡ, гармун.
- Нота беләһең что ли?
- Юҡ, тауыш буйынса, ҡолаҡтар шәп минең.
- Һм. Ҡыҙыҡ. Нисек нота белмәйенсә музыка уҡытырға була?
Был түрә тормошто белмәй ахры, ниндәй нота ауылда, Яңы йыл, 8 март һымаҡ байрамдарҙа сығыш яһар өсөн балаларға йыр өйрәтһәң – булды. Үҙҙәрен дә йүнле музыка уҡытыусыһы уҡытманы, «Сарманай”, “Етегән шишмә”не өйрәтә торғайнылар. Ҡунаҡта нимә йырлайҙар, шул йырҙы тота ла өйрәтә торғайны абыйҙары.
Апаруҡ ҡына дауам итте допрос, үҙе менән бергә кергән тағы ла ике кешене һорашып та тормай, хәлдәрен генә белеште лә, уңыштар теләп сығарҙы ла ебәрҙе. Ә миңә нимә тип бәйләнде лә ҡалды әле был? Белгән-күргән кешем дә түгел, - ауыл кешеһенең күңеле төштө: булдың һиңә начальник былай булғас, үҙенән бигерәк ҡатынын йәлләне – начальник бисәһе булып йөрөргә тип эй теләне бит бахыр, уның да әҙәм рәүешле йәшәп ҡалғыһы килгәндер. Имзаһын ҡуйҙы шулай ҙа был түрә, ҡуйыр алдынан оҙаҡ ҡына икеләнеп тә торҙо, ярар, суҡынһын, башҡаса күрә торған кешеһеме, тип сығып китте тегенең янынан яңы кәстүм хужаһы. Уның артынан теге иптәше кереп китте әлеге кабинетҡа. Оҙаҡ тотманылар, тиҙ генә килеп тә сыҡтылар. Хөкүмәт бинаһының коридорҙары оҙон, әллә нисәмә кабинет, был сама түрәләрҙе ашатырға ла кәрәк бит, тип уйлап алды ауылдан килгән кеше. Илдә аҡса етмәй тиҙәр, эшләр кеше аҙ, начальниктар күп. Иптәше менән коридор фойеһындағы креслоларға ултырып торҙолар – йәнә бер генә ҡултамға ғына ҡалды, ҡуйыр кешеһе әллә ҡайҙа йөрөй.
- Аяғыңды төшөрөп ултыр минең һымаҡ, - иптәше быға өндәште, тегеһе ғәҙәт буйынса аяҡты аяҡҡа һалып ултыра ине.
- Нишәп?
- Әле генә кереп сыҡҡан начальник беләһеңме нимә ти, йәштәр наглый инде, тик бына әле кергәне слишком бәйһеҙ. Кереп тереп йәйелде креслоға, мин начальник түгел, әйтерһең, ул начальник. Яуап биргәндә лә уважение тигәне юҡ.
Мине ниңә оҡшатмағаны аңлашылды - нисек ултырғанымды килештермәгән, һөйләшеүем дә үтә иркен булдымы икән ни, - ауыл кешеһе үҙенә яңы донъя асҡандай булды. Яңы кәстүм кейеү, ҡыйбатлы хушбуй һөртөү генә аҙ, түрәләр алдында үҙеңде дөрөҫ тота белеү ҙә мөһим икән.
... Байтаҡ ваҡыт үтте инде быға. Үҙе лә начальник булып киткән кеше күп кенә аңламаған нәмәләрен аңлар кимәлгә етте.
Ҡурҡыу, шөрләү хисе булмаған (һин начальник, мин – дурак), үҙен иркен тотҡан кеше власть вертикалена һыйыша алмай. Менталитетыбыҙ шулай. Мәктәп партаһынан уҡ балаларҙы үҙебеҙ ошоға өйрәтә башлайбыҙ ахры – азат фекере булған, ниндәйҙер рамкалар эсендә ҡыҫылып йәшәргә теләмәгән кешене бала саҡтан уҡ, башына һуғып, үҙебеҙҙең кимәлгә төшөрәбеҙ (выскочка, һин бында иң аҡыллыһымы әллә). Солтан булыр кешенән дә олтан яһайбыҙ. Тәбиғәттән азат булған йәнебеҙгә үҙебеҙ бығауҙар кейҙерәбеҙ. Ҡоллоҡто, мираҫ итеп, быуындан-быуынға, быуындан-быуынға, бүләк итеп, бирә киләбеҙ. 

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас