Йәмғиәт
22 Август 2023, 09:34

Тағы бер мәжлес

Ватан ауыл хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин ағай Мөхәмәтов туғандарын, дуҫтарын йыйып, мәрхүм ата-әсәләре рухтарын иҫкә алып, аяттар уҡып алдылар.

Тағы бер мәжлесТағы бер мәжлес
Тағы бер мәжлес

Был мәжлестә бик күркәм һәм иҫтәлекле ваҡиға ла булды. Килгән ҡунаҡтарға тәүҙә "Сәфәр айы" тураһында вәғәз менән башланыҡ. Аяттар уҡып, мәрхүмдәр рухына бағышланыҡ, хәйерҙәр өләшелде. Өҫтәл тулы ризыҡтар, Ватан ауыл хужалығы етештергән итле ризыҡтары, өй хужаларының бешергән тәғәмдәре менән, килгән ҡунаҡтарға һый күрһәттеләр. Мәрхүмдәр рухы шат, ғәзиз имандары юлдаш, тыныс булып ятһындар. Ғәйнетдин абзый һәм Гүзәл еңгә ғаиләһенә именлек, хәйерле һәм бәрәкәтле тормош насип итһен.
Был мәжлестә Башҡортостан халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың булыуы ла бик күңелле булды. Ғәзим ағай менән әңгәмә ҡыҙыҡлы, ул кеше күп ерҙәрҙә, күп кешеләр менән аралашҡан. Өйлә намаҙын бергә уҡыныҡ. Иҫтәлекле фотоларға төшөп, шунан таралыштыҡ.

Яҡшымбәт ауыл мәсете 

Автор:
Читайте нас