Йәмғиәт
25 Август 2023, 03:33

Бөрйән ерендә

Конкурстың данлыҡлы Бөрйән ерендә булыуы – икеләтә шатлыҡ.

Бөрйән ерендәБөрйән ерендә
Бөрйән ерендә

Юл оҙон ғына булһа ла, барыуы ҡыҙыҡ, күңелле булды. Барып еткәнсе республикабыҙ тәбиғәтенең матурлығына, төрлөлөгөнә һоҡланып бөтә алманыҡ. Беҙ Бөрйән ерендә! Беҙҙе өс көнлөк оло һынау, осрашыуҙар, танышыуҙар көтөүе ҡыуандырҙы ла, тулҡынландырҙы ла. Конкурстың һуңғы этабында эпосты яңғыҙ башҡарыусы 51 бала, эпостан өҙөктәрҙе сәхнәләштереүсе 22 фольклор коллективы ҡатнашып, сәсәнлектә, маһирлыҡта, актерлыҡ оҫталығында үҙ көсөн һынап ҡараны. Данлыҡлы Бөрйән ерендә Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, колледж студенттары осрашты, конкурста ҡатнашып, үҙ-ара аралашып, рухи көс алды, илһамланды. Барған көндө үк төштән һуң сәхнәләштереү этабында Кинйәкәев Айбулат – Иҙел батыр, Саттаров Шамил – Дейеү, Суванова Гөлгөнә Һомай ролендә сығыш яһанылар. Беҙҙең уҡыусыларҙың сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Икенсе көнөбөҙ “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы – музейына сәйәхәттән башланды. 

Гөлгөнә АБДУЛЛИНА, Яҡшымбәт мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары

Был сара тураһында хат тулы вариантта гәзиттә бөгөн сыҡты. 

Автор:
Читайте нас