Йәмғиәт
26 Август 2023, 12:25

Ҡарбуз ниңә тәмле?

Картуф ҡаҙыу - донъяла булған иң күңелле эштәрҙең береһелер ул.

Ҡарбуз ниңә тәмле?Ҡарбуз ниңә тәмле?
Ҡарбуз ниңә тәмле?

Был аҙыҡты кеше нисек кенә атамаһын - картуф, кәртүф, кәртүк, бәрәңге, бүлбе... - әҙәм балаһының күҙ төбәп торған төп аҙыҡтарының береһе. Быйыл да, Аллаға шөкөр, был йәшелсәне ҡаҙып алыр мәлде еткерҙек. Эре булһа, эшләүҙәре бигерәк күңелле, үҙең үҫтергән бит ул, магазиндан алған Мысырҙыҡы түгел, ашағанда һабын тәме әйтмәй.
Илкәнәйҙәр бөгөн картуфҡа төштө. Ололарҙың шатлығы бәләкәстәрҙең шатлығының тамсыһына ла тормай,  Былар минһеҙ булдыра алмаҫ тип, картуф ҡаҙырға барған Алһыу, янда йүгергеләп, ярҙам итешеп йөрөй. Йөрөй-йөрөй ҙә, арып китәлерме, һорай: ҡасан ашайбыҙ ул?
Һорамай, яланға әсәләре ҙур тоҡсай алып сыҡты, унда ҡарбуз да бар. Алһыу аптырай: ниңә өйҙә ашағанда, ҡарбуз был тиклем тәмле булмай?
Бәләкәс әле аңламай, торараҡ аңлар - эшләп ашаһаң, бөтә аҙыҡ та тәмле була.

Автор:
Читайте нас