

Райондан ике газель бирҙеләр, шуларға тейәлеп барҙыҡ. Ярыш юғары кимәлдә ойошторолған ине, бик күркәм сара, башҡорт халҡының борон-борондан тоғро дуҫы, ярҙамсыһы булған атты шул тиклем хөрмәтләүҙәрен күреп ҡыуандыҡ. Мин үҙем атҡа тәүге тапҡыр 4 йәшемдә ултырҙым, шул мәлдән алып ат ене ҡағылғандыр үҙемә. Атҡа һөйөүҙе атайым тәрбиәләне тиһәм хата булмаҫ, элек көтөүҙе сиратлап көтмәйҙәр ине, ике йәй самаһы атайым көтөү алды, уларҙы көтөргә колхоз ат бирә ине, Күк ат, Тура ат, тигән аттарҙа көткәнем хәтерҙә. Унан үҫеп буй еткәс, уҡыу һәм башҡаһы менән ауылда тормағанда, аттар менән бәйләнеш өҙөлөп торҙо, ә бына һуңғы йылдарҙа тыуған ауылыма ҡайтып, йылҡысылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнә башланым.
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.
Фотола: Фидан Ҡобағошов тоғро аты Хәнйәр менән.