2020 йылда ғына уйлап табылған награда ул, шунан бирле бер нисә кеше был миҙалды тағып та өлгөрҙө. Иҫтә ҡалғандарҙан: Көйөргәҙенән Мөхәмәтйәнов Ишбулды һәм Мырҙабулатов Хәмзә, Сергеев Константин. Күмертауҙан Барсуков Владимир. (Бәлки, кемделер төшөрөп ҡалдырғанбыҙҙыр, миҙалдар күп хәҙер, өлгөрөп булмай).
Быйыл да "Атай даны" миҙалына дәғүә итеүселәр, әлбиттә, бар. Райондан алтауҙар: Морапталдан Рөстәм Шәмсутдинов, Серекжан Джекспаев, Зәктән - Марат Рәшитов, Яманғолдан Рәжәп Бәлхиев. Керәүле силсәүитенән Сергей Храмов һәм Юныс Абдуллин.
Һәйбәт атай тип танылыуы анһат түгел, балаларҙы яҡшы тәрбиәләргә, район, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға, эсмәҫкә-тартмаҫҡа һ.б. тейешһең.
Беҙҙән бындайҙар бармы? Әлбиттә, бар. Быйыл алтауҙар. Башҡортостанда был миҙалға әле 191 кеше дәғүә итә. Награданы 4 октябрҙә, Өфөлә, тапшырасаҡтар. Уңыштар һеҙгә, атайҙар!