Йәмғиәт
2 Сентябрь 2023, 07:53

Иң башына мен!

Был баланы күргәс тә, үҙен тупылдатып яратҡы килде. 

Иң башына мен!Иң башына мен!
Иң башына мен!

Әллә ҡайҙан, йыраҡтан уҡ, күренеп торҙо был ҡыҙыҡай, башҡаларҙан нимәһе менәндер айырыла, баҡһаң, Павловка мәктәбенә уҡырға тип килгән берҙән-бер беренсе класс балаһы икән дә!
- Ҡалай матур итеп кейенгәнһең, хәс ҡурсаҡ кеүек, сумкаң да, бынау ҡумталарың да матур, кем алды?
Бала өндәшмәй, ҡайҙа алып килдегеҙ мине тигән кеүек, әсәһенә ҡарай. Ҡаҙарма ауылы ҡыҙы ул. Тамара апайыбыҙ Ғәниева ауылынан. Арина Сидорова.
- Уҡығың киләме?
Арина өндәшмәҫ холоҡло ахры, башын ғына ике яҡҡа сайҡаны: Юҡ!
Һай, бала-бала, үҙебеҙҙең ошондай саҡ иҫкә төштө: иркәләнеп кенә йөрөр саҡ, теләгән саҡта ултырып ашар, туйғансы йоҡлар саҡ... Ниндәй уҡыу ти ул? Классиктың шиғыры иҫкә төштө:
Һин менәсәк фәндәр тауы
Бик бейек һәм бик текә.
Уның үренә ҡыйыуҙар
Тырыштар ғына етә.
Бер нимәгә ҡарамаҫтан, тауҙың иң башына менергә яҙһын, ҡыҙым. Бәхетле бул.

Автор:
Читайте нас