

Ул саҡтарҙа (торғонлоҡ осоро) бөгөнгө һымаҡ һәр кемдең кеҫәһендә телефон, айфондар ҙа юҡ (фоторедактор юҡ, хәҙер генә һәр теләгәне үҙен нисек теләй, шулай итә ала), фотоға төшөү - үҙе бер ваҡиға, ә шулай ҙа элек төшкәне әлегеһенән матурыраҡ.
Сифаты буйынса ғына ла түгел, атмосфераһы менән тиергәме, фотолағы кешеләр бәхетлерәк күренә. Кейергә кейем, ашарға колбаса булманы ул заманда тиерҙәр, эш колбасаламы ни?
Бер нисә йылдан, бөгөн беҙ төшкән фотоларҙы ҡарап, киләсәк быуын: эх, бәхетле булған былар тимәһен ине. Киреһенсә, беҙ бәхетлерәк тиһендәр.
Фотола Яманһары йәштәре. Төпкөл ауыл тиһәң дә, моданан ҡалышмаған егеттәр.