Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 10:53

Мөхәббәт көсө

- Кәләш мәсеткә барып килгән.

Мөхәббәт көсөМөхәббәт көсө
Мөхәббәт көсө
Әле фронтта булған яҡташ егетебеҙ шулай тине, фото ебәрҙе. Унда нимә эшләгән тип һорау ахмаҡлыҡ, былай ҙа аңланыҡ - доға ҡылған. Иренең тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуын теләгән. Әлеге мәлдә ошо теләктән башҡаһы, мөһимерәге, бармы ни? Хәләле иман йортона барғанын белгәс, моғайын, яуҙа йөрөгән абышҡаһының да күңеле тыныслана төшкәндер, кемдер һинең өсөн йән атып торһа, яратһа, һәйбәт бит ул. Мөхәббәт әжәлдән көслөрәк. 
Мәсеттә булмаһаҡ та, эш урынында ултырып, уйҙарыбыҙ менән, һалдаттың кәләшенең доғаһына ҡушылдыҡ: Амин. 
Автор:
Читайте нас