Йәмғиәт
23 Сентябрь 2023, 07:16

Уға 86 ине

Ул үҙ иленең ысын патриоты булды.

Уға 86 инеУға 86 ине
Уға 86 ине
Бер ҡасан да, бер нимәгә ҡарата ла битараф булманы, янып йәшәне. Бер мәл уның ҡатнашлығында Юшатыр редакцияһында Түңәрәк өҫтәл дә ойошторғайныҡ - Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһын киренән бергә ҡушһаң, нисек булыр икән? Ныҡ ҡыҙғайны шул саҡ бабайыбыҙ, әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы, районы өсөн йөрәге яна ине.
Бөгөн билдәле булды - Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины, ярты быуаттан ашыу ғүмерен урман хужалығына бәйләгән Дмитрий Краснов яҡты донъя менән хушлашҡан. Уға 86 йәш ине.
Бәхил бул, Дмитрий Михайлович, урының ожмахта булһын. 
Автор:
Читайте нас