

ППМИ программаһында ҡатнашырға тигәс, иң тәүҙә ошо һыу торбаларының иҫкереүе тураһында уйлап, программаға шул һорауыбыҙ менән сыҡтыҡ. Проект буйынса был мәсьәләне хәл итеүгә яҡынса миллион һум аҡса кәрәк буласағын күҙалланыҡ.
Йорт башынан 1200 һум аҡса йыйҙыҡ, халыҡҡа рәхмәт әйткем килә, был сумманы бер һүҙһеҙ, бик әүҙем тапшырҙылар. Бөтә ауылдан бирмәһә 5-6 кеше бирмәгәндер, ҡалғандарға рәхмәтемдән башҡа һүҙем юҡ. Шәмсетдин Зәки урамының һәм Көйөргәҙе урамының яртыһында, 1300 метр арауыҡта һыу торбалары алмаштырыласаҡ Красноусольский эшселәре тендерҙа еңеп сыҡты, бар эште улар башҡара...
Был турала мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.